Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡариҙел районында немец эксперттары ҡатнашлығында урман сәнәғәте кластеры буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтә

Иҡтисад

10 июндә Башҡортостандың Ҡариҙел районында урман сәнәғәтен ойоштороу һәм үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң ултырышы үтәсәк.

Унда БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан, урман сәнәғәте комплексының бер нисә предприятиеһынан һәм район хакимиәтенән белгестәр ҡатнашасаҡ. Ултырышта шулай уҡ Германия эксперттары Курт Хорншильд менән Карл-Хайнц Клингер буласаҡ, улар Өфөгә 7 июндә «Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт сәйәсәтен үҙгәртеп ҡороуҙы ойоштороу һәм ғәмәлгә ашырыу» проекты буйынса эшләү өсөн киләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Сәнәғәт министрлығы менән Германия Федератив Республикаһының Иҡтисад һәм технологиялар министрлығы был проект менән берлектә шөғөлләнә.

Урман сәнәғәте кластерын ойоштороу буйынса эштәр барышында шулай уҡ немец эксперттары республиканың алдынғы фәнни-тикшеренеү учреждениелары һәм сәнәғәт претдприятиелары вәкилдәре менән осрашыуҙар үтәсәк. Сәнәғәт министрлығы белгестәре менән берлектә эксперттар 2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостан Республикаһының оҙайлы маҡсатлы инновацион программаһы параметрҙарын тикшерәсәк – уларға бергәләп рекомендациялар һәм тәҡдимдәр әҙерләргә тура киләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть