11 декабрь, Йәкшәмбе

07 июнь 2010 йыл, 14:11

Бөрйәндә ял тураһында “ҡыҙыу линия”нан белергә мөмкин

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә Бөрйән районы территорияһында ял итеү өсөн туристик путевкалар һатып алыу мәсьәләһе буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй башланы.

Был турала Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Был иҫ киткес тәбиғәтле Бөрйән районында федераль тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендәге бер нисә учреждение урынлашҡан: "Шүлгәнташ" Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы, "Башкирия" милли паркының бер өлөшө, "Асибар" дәүләт тәбиғәт заказнигы.

Линия операторҙары һеҙгә төрлө турҙар тәҡдим итәсәк: ял көнө туры, бер көнлөк маршруттар, Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсиялар, Көньяҡ Урал буйлап автобус турҙары, Ағиҙел буйлап һалда йөҙөү.

Бынан тыш, июнь аҙағынан «Оло-Ҡужан» һәм «Морат-туғай» ерендә туристик туҡталҡалар тәүге туристарҙы ҡабул итергә әҙер. Бында әүҙем ял өсөн кәрәкле бөтә нәмәләр бар: йоҡлау өсөн урын да, сауҙа нөктәһе лә, туристик йыһаздар прокаты ла.

«Ҡыҙыу линия» телефоны: 8-927-927-64-40, сәғәт 10-дан 19 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин.

темалар: туриндустрия