8 декабрь, Кесе йома

07 июнь 2010 йыл, 12:53

Өфөлә «Иң яҡшы бизнес-тренер – 2010» конкурсы старт алды

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә Республика һәм Уҡытыусы Йылын билдәләү уңайынан, Башҡортостандың баш ҡалаһында бизнес-тренерҙар өсөн тәүге «Иң яҡшы бизнес-тренер — 2010» конкурсы старт алды.  

Предприятиеларҙың персоналды уҡытыу бүлеге белгестәре лә, шулай уҡ шәхси практика менән шөғөлләнеүсе бизнес-тренерҙар ҙа конкурста ҡатнаша ала.  

Кадрҙар әҙерләүҙә, квалификация, бизнес алып барыу мәҙәниәтен күтәреүҙә мөһим роль уйнаған бизнес-тренер һөнәрен популярлаштырыу һәм пропагандалау конкурстың төп маҡсаты иҫәпләнә.

Персоналды уҡытыу һәм үҫтереү буйынса авторлыҡ программаһының булыуы, уның ғәмәлдә ҡулланылыуы – конкурста ҡатнашыусы өсөн иң мөһиме. Конкурстың эксперттар советы программаларҙың иң яҡшыһын билдәләйәсәк.

Эксперттар советына БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Анкор» кадрҙар агентлығы белгестәре һәм башҡа абруйлы кешеләр инәсәк. Заявкалар 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Август аҙағында иң яҡшы бизнес-тренерҙар өсөн мастер-кластар ойоштороласаҡ, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Конкурсты ойоштороусы булып «Positive» уҡытыу һәм үҫеш үҙәге сығыш яһай. Проектты PR-оҙатыу менән «Ике бренд» коммуникациялар студияһы шөғөлләнә.