Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөгөн "Өфө-Арена" боҙ һарайы тураһында фильм күрһәтеләсәк

Йәмғиәт

"Өфө-Арена" —Хоккей йәшәгән йорт". «Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәте менән төшөрөлгән фильм шулай атала. Көндәлек хеҙмәте менән хоккей матчтарын иң юғары кимәлдә әҙерләү һәм үткәреүҙе тәьмин иткән «Өфө-Арена» хеҙмәткәрҙәре – уның төп геройы.  

Улар — төрлө белгеслек һәм һөнәр эйәләре, маҡсаттары, бурыстары ла төрлө, һәм улар һис ҡасан тура трансляцияларҙа күренмәй, микст-зонала ла уларҙан интервью алмайҙар, әммә үҙ эшенең оҫталарын уртаҡ бер маҡсат берләштерә. Тап ошо кешеләр хоккей байрамы кәйефен тыуҙыра.  

Фильмды бөгөн КХЛ-ТВ-ла сәғәт 21.00-дә һәм 8 июндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 20.05-дә ҡарағыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть