7 декабрь, Шаршамбы

07 июнь 2010 йыл, 11:18

Бөгөн сығарылыш синыф уҡыусылары математиканан имтихан тапшыра

автор: Эльмира Сабирова

Бөгөн сығарылыш синыф уҡыусылары икенсе мотлаҡ Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Уҡыусылар математика буйынса тест үтә. Башҡортостанда был дисциплинаны 28895 кеше тапшыра.

Ҡағиҙә буйынса, математиканан имтихан, башҡа имтихандар кеүек үк, урындағы ваҡыт менән иртәнге 10-да башланды. Математиканан берҙәм дәүләт имтиханы заданиеларына яуап биреү өсөн дүрт сәғәт ваҡыт бүленә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 майҙа уҡыусылар рус теле буйынса мотлаҡ Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Уның һөҙөмтәләрен Рәсәй мәғариф күҙәтеүе 11 июндә иғлан итергә планлаштыра. Расписаниеға ярашлы, киләһе имтихан 11 июндә тарих һәм физика буйынса үтәсәк, 15 июндә — йәмғиәт белемен өйрәнеү һәм география буйынса.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, имтихандар расписаниеһына резерв көндәре өҫтәлде, унда мотлаҡ предметтарҙың береһенән насар һөҙөмтәгә өлгәшеүселәр рус телен һәм математиканы ҡайтанан тапшыра аласаҡ (19 июндә – рус теленән һәм 21 июндә – математиканан).

темалар: мәғариф