8 декабрь, Кесе йома

04 июнь 2010 йыл, 11:03

Төркиәләге Рәсәй Илсеһе Башҡортостан Президентына рәхмәтен белдерҙе

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов исеменә Рәсәй Федерацияһының Төркиә Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе В.Е. Ивановскийҙан хат килде. Унда Истанбулда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәрен үткәргән өсөн рәхмәт белдерелә.

Хатта, атап әйткәндә, былай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Рәсәй Федерацияһының Төркиә Республикаһындағы илселеге исеменән Һеҙгә ихтирамымды белдерергә һәм Төркиәлә Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итеүҙең һәм Премьер-министры Р.С. Сарбаев етәкселегендәге республиканың рәсми делегацияһы килеүенең ыңғай баһа алыуы хаҡында хәбәр итергә теләйем. Сараның юғары кимәлдә әҙерләнеүе асыҡ сағылды һәм ул уңышлы үтте.

Айырыуса шуныһы ҡыуаныслы: Төркиәлә Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре Рәсәй менән Төркиә араһында бөтә өлкәләрҙә йылдам үҫеүсе диалогтың логик дауамы булып тора. Рәсәй -Төркиә хеҙмәттәшлеген, атап әйткәндә, гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең мөһимлеге 10–12 майҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А. Медведевтың Төркиәгә рәсми сәфәре барышында айырып билдәләнде.

Республика етәкселегенә кәрәкле һәм һөҙөмтәле сара өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерергә һәм төбәк бәйләнештәрен артабан да үҫтереүгә өмөт бағларға рөхсәт итегеҙ. Илселек үҙ яғынан ошо өлкәлә артабан да тейешле ярҙам һәм булышлыҡ күрһәтергә әҙер.

Ихтирам менән, илсе В.Е. Ивановский”.