9 декабрь, Йома

07 июнь 2010 йыл, 10:56

Ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау буйынса семинар

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһының Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм алкоголле продукцияның әйләнешенә һәм сифатына контроль идаралығы Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берлектә 2010 йылдың 8 һәм 9 июнендә республиканың урындағы үҙидара органдары вәкилдәре өсөн ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса семинар үткәрәсәк. Семинарҙа муниципаль райондар һәм ҡала округтарының ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Контроль-күҙәтеү органдары, йәмәғәт берләшмәләре белгестәре һәм Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусылары ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә дәүләт контроле һәм күҙәтеүе, юридик тәьминәт һәм суд практикаһы мәсьәләләрен яҡтыртасаҡ.