4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июнь 2010 йыл, 10:18

Үрге Йәркәйҙә йәш белгестәр өсөн йорт төҙөлә

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков | фото: Олег Яровиков

Илеш районы буйынса эш сәфәре барышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Үрге Йәркәйҙәге төп корпусында капиталь ремонт барған Үҙәк район дауаханаһында булды.

Был маҡсатта республика бюджетынан 6,5 миллион һум һәм урындағы бюджеттан 2 миллион һум аҡса бүленгән. Уҙған йылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса милли проект сиктәрендә Үҙәк район дауаханаһы хирургик операциялар үткәреү өсөн өсөн ҡорамалдар, ҡан составын билдәләүсе анализаторҙар, тиҙ ярҙам машинаһы – дөйөм алғанда 40 миллион һумға яңы заманса ҡорамалдар алған.  Ағымдағы йылда республика бюджеты иҫәбенә дауаханаға ике үпкәлә һауа алмашыу аппараты, өҫтәмә тиҙ ярҙам машиналары ҡайтарылған.

Раил Сарбаев йәнә Үрге Йәркәйҙәге күп фатирлы йорт төҙөлөшө менән танышты. 24 фатирлы йорт ауылдың йәш белгестәренә тәғәйенләнгән, 13 фатир – коммерция нигеҙендә төҙөлә, һигеҙе – социаль, өсәүһе — муниципаль фатир.  Беренсе иғәнә фатир хаҡының 30 процентын тәшкил итә. 2007 йылда әсәлек капиталына сертификат алғандар ҙа, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбендә торғандар ҙа был йорттан фатир аласаҡ.

Республика Премьер-министрына төҙөлөштөң график буйынса алып барылыуы, төҙөлөш материалдарының Дүртөйлө һәм Андреевка кирбес заводынан ташылыуы тураһында хәбәр иттеләр.

Төҙөлөш бар кәрәкле техника менән тәьмин ителгән.