Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республика Премьер-министры Илеш районында булды

Сәйәсәт

Шәмбе көндө Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре менән Илеш районында булды. Ул райондың 75 йыллығына һәм һабан байрамына арналған тантаналарҙа ҡатнашты.

Республиканың Премьер-министры “2012 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында ауылдың социаль үҫеше” программаһы сиктәрендә ауыл хужалығы производствоһы белгестәре өсөн торлаҡ йорттар төҙөлгән «Төньяҡ» биҫтәһен ҡараны. Түбәнге Йәркәй ауылында әлеге ваҡытта ер участкалары һатып алыуға һәм торлаҡ төҙөлөшөнә субсидиялар алған “Башҡорт” машина-технология станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре өсөн 10 йорт төҙөлөшө тамамлана.

2004 йылдан алып Илеш районында республиканың ошо маҡсатлы программаһы нигеҙендә 194 ғаилә 24 миллион һумдан ашыу суммаға субсидия алған. Ошондай уҡ федераль программа буйынса йәнә 104 ғаиләгә финанс ярҙамы бирелгән. Бүленгән средстволар күләме 42 миллион һумдан ашҡан.

Түбәнге Йәркәйҙә тағы биш участканы үҙләштереү күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть