5 декабрь, Дүшәмбе

04 июнь 2010 йыл, 18:00

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев: Мал аҙығын әҙерләү ваҡытын һуҙырға ярамай

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Газиз Юсупов

Мал аҙығын әҙерләүҙе һәм сәсеүлектәрҙе эшкәртеүҙе ойоштороу мәсьәләһе йома көндө Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселеге аҫтында үткән БР Хөкүмәте ултырышында тикшерелде. Селектор кәңәшмәһендә республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары башлыҡтары ҡатнашты.

— Сәсеүҙе үткәреү менән ҙур ҡыйынлыҡтар булманы, — тине Раил Сарбаев, әлеге сәсеү кампанияһына йомғаҡ яһап. — Техника яҡшы эшләне, яғыулыҡ-майлау материалдары менән өҙөклөктәр күҙәтелмәне, яҙғы сәсеү эштәрен үткәреүгә бюджет средстволары ваҡытында күсерелде. Аграрийҙарҙың берҙәм эшләүе арҡаһында республикала  яҙғы культуралар 1968 мең гектар майҙанда сәселде. Ужымды ҡайтанан сәсеү 168 меңгә яҡын гектар тәшкил итте. Сәсеү майҙандары структураһы бик ваҡытлы үҙгәртелде. Баҙар талаптарын иҫәпкә алып, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, ҡарабойҙай, кукуруз майҙандары арттырылды.

Республика етәкселегендә ҡоро һауа торошо һаҡланыуы хәүеф тыуҙыра. Дым етешмәүенең ужым культуралары үҫешенә йоғонтоһо насар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. Республиканың ете метеопосы: Аҡъярҙа, Йылайырҙа, Туймазыла, Баймаҡта, Асҡарҙа, Миәкәлә, Бишбүләктә — тупраҡ һәм атмосфера ҡоролоғо күҙәтелеүен билдәләй.

Эҫе һауа торошо фитосанитария торошона ла йоғонто яһай. Ултырышта әйтелеүенсә, сәсеүлектәргә сиңерткәлеләрҙең һәм болон күбәләктәренең көтөлгәнсә күпләп үрсеүе зарар килтерә ала. Ошоноң менән бәйле күҙәтеү постары ойоштороу һәм кәрәк саҡта химик эшкәртеү үткәреү мөһим. Бының өсөн  "Башплодородие"ла етәрлек инсектицидтар бар.

Һауа торошо мал аҙығын әҙерләү ваҡытына ла ҡағылды.

— Ғәҙәттә мал аҙығын әҙерләүҙе республикала июндең икенсе декадаһында башлай торғайнылар, — тине Раил Сарбаев. – Әммә бөгөн үк күп йыллыҡ ҡуҙаҡлылар үләне сабыуға өлгөрөп еткән.

Ошоноң менән бәйле Премьер-министр сабыу ваҡытын һуҙмаҫҡа һәм бының өсөн кәрәкле техниканы әҙерләргә ҡушты.

Мал аҙығын йыйыу кампанияһын ҡоролоҡто иҫәпкә алып үткәреү үҙенсәлектәре тураһында ентекләп БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов һөйләне. Селектор кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға видеосюжет күрһәтелде, унда Ҡырмыҫҡалы фермер хужалыҡтары өлгөһөндә ҡуҙаҡлы үләндәрҙе сабыу ваҡыты буйынса рекомендациялар бирелде.  

Шамил Вахитов сәсеүлектәрҙе эшкәртеүҙе лә ҡоролоҡто иҫәпкә алып үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Иген һәм аралыҡлы культуралар сәсеүлеген ҡый үләндәренән һаҡлау буйынса төп сара – химик утау. Әлеге ваҡытта ҡый үләндәре ашлыҡтан күпкә тиҙерәк үҫә.

Шамил Вахитов ужым культуралары торошона ла баһа бирҙе. Һауа шарттары арҡаһында ужым уңышының 40 процентҡа кәмеүе бар. Шул уҡ ваҡыта таҙа пар ерҙәренә сәселгән ужым торошо күпкә һәйбәт. Ужым бойҙайының һәләк булыуы күҙәтелмәй тиһәң дә була, шул арҡала был культураға артабан да тейешле иғтибар бирергә кәңәш ителде.

Ултырышта, шулай уҡ, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы менән тәьмин итеү, халыҡтан һөт йыйып алыуҙы ойоштороу мәсьәләләре лә ҡаралды.

Бар техникаһы ла әҙер булмаған район етәкселәре мал аҙығын әҙерләү барышы тураһында яуап тотто. Ҡыҫҡа ваҡытта бар етешһеҙлектәр ҙә бөтөрөлөргә тейеш, һәм һабантуйҙарҙан һуң республикала мал аҙығын әҙерләүгә күмәкләп тотонасаҡтар.