9 декабрь, Йома

04 июнь 2010 йыл, 17:09

«Татар-информ» агентлығына - 20 йыл

автор: "Башинформ"

6 июндә Волга буйы төбәгендәге һәм бар Рәсәй Федерацияһындағы иң ҙур мәғлүмәт агентлыҡтарының береһе —«Татар-информ» агентлығы ойошторолоуына 20 йыл тула.    

1990 йылда асылған «Татар-информ» агентлығы — бөгөн Татарстан, Рәсәй тормошо хаҡында оператив мәғлүмәт биреүсе иң абруйлы һәм профессиональ сығанаҡтарҙың береһе. Агентлыҡ мәғлүмәте менән республика һәм Рәсәйҙең йөҙҙәрсә алдынғы киң мәғлүмәт сараһы, Рәсәй Федерацияһы, Татарстан республикаһының дәүләт власы органдары, эшлекле даирә вәкилдәре файҙалана.  Бихисап киң мәғлүмәт саралары һәм башҡа төрлө ойошмалар менән булдырылған мәғлүмәт менән алыш-биреш итеү «Татар-информ» агентлығына республика, ил төбәктәре, башҡа төбәктәрҙәге һәм сит илдәге татар халҡы тормошо хаҡында мәғлүмәтте тиҙ арала таратырға мөмкинлек бирә. Мәғлүмәтте «Татар-информ» рус, татар һәм инглиз телендә бирә.

«Татар-информ» агентлығы бик күп мәғлүмәт агентлыҡтары, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының «Башинформ» агентлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. 2008 йылдан алып «Татар-информ» Төрки телле яңылыҡтар агентлығы берекмәһе ағзаһы булып тора.  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы коллективы туғандаш Татарстан Республикаһынан хеҙмәттәштәрен матур юбилейҙары менән ихлас ҡотлай, яңы ижади уңыштар, сәскә атыуҙарын теләй һәм артабан да һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә ышанысын белдерә.