10 декабрь, Шәмбе

05 июнь 2010 йыл, 8:05

Экологтар көнө менән!

автор: "Башинформ"

Илебеҙҙә бөгөн Экологтар көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов республиканың тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Унда шулай тиелә:

«Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының индустриаль яҡтан алға киткән алдынғы төбәктәренең береһе. Һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау,тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыуға һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә беҙҙә махсус иғтибар бирелә. «Башҡортостан Республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» айырым маҡсатлы программаһы уңышлы үтәлә. Экологик именлекте тәьмин итеү буйынса норматив хоҡуҡ базаһы камиллаша. Һуңғы йылдарҙа республика илдең тәбиғәт ресурстарын нығытыу һәм һаҡлау мәсьәләләре буйынса Рәсәй кимәлендәге мөһим кәңәшмәләр һәм конференцияларҙы үткәреү урынына әүерелә бара.  

Тораҡ пункттарын төҙөкләндереү, уникаль ландшафттарҙы һаҡлап алып ҡалыу буйынса йәмәғәтселек хәрәкәтенең киң күләмлегә әйләнә барыуы ҡыуандыра.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә өлгәшелгән уңыштар – изге эшенә тоғро юғары квалификациялы белгестәрҙең, ысын профессионалдарҙың һәм тыуған еренең патриоттарының арымай-талмай эшләүенең һөҙөмтәһе ул!  

Беҙҙә тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау һәм тулыландырыу бурыстары артабан да эҙмә-эҙлекле, системалы тормошҡа ашырылыр, тирә-яҡ мөхит кешеләрҙе үҙенең ҡабатланмаҫ гүзәллеге менән һәр саҡ ҡыуандырһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнер, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй хаҡына хеҙмәтегеҙҙә артабан да уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».