6 декабрь, Шишәмбе

04 июнь 2010 йыл, 16:01

Республикала әсәлек капиталына сертификат алыусылар 80 меңдән ашыу

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда әсәлек (ғаилә) капиталына сертификат тапшырылған ғаиләләр һаны 80 меңдән ашып китте. Шуларҙан 9485 ғаилә үҙ сертификаттарын 2010 йылда алды.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2007 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт сертификаты биреү тураһында ғариза менән 81121 кеше мөрәжәғәт итте.

— Әсәлек капиталын ваҡытынан алда файҙаланыу сиктәрендә республика райондарында һәм ҡалаларында Пенсия фонды идаралыҡтарына 7682 кеше мөрәжәғәт итте, – тип хәлгә аңлатма бирҙе Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексә идарасыһы Фоат Хантимеров. –¬¬ Улар 2074,8 миллион һум суммаға әсәлек капиталы средстволарын торлаҡ бинаһы һатып алыуға (төҙөүгә) кредиттар йәки займдар, ипотеканы ла индереп, буйынса төп бурысты ҡаплауға һәм проценттарҙы түләүгә йүнәлтеүҙе һорап ғариза бирҙе. Бөгөн 6655 граждандың кредиттары һәм займдары ҡапланған да инде.

Бынан тыш, 65815 ғаилә 800 миллион һумға яҡын суммаға 12 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие алды.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2010 йылдың 1 июненә әсәлек (ғаилә) капиталы средстволары менән 2254 кеше тулы күләмдә файҙаланған.