Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан Башҡортостан тағы 1,4 миллиард һум аласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһына Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды иҫәбенән тағы финанс ярҙамы күрһәтеләсәк. Төбәк заявкаһы дәүләт корпорацияһы ултырышында хупланды, тип хәбәр иттеләр Фондтың йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса идаралығынан.  

Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү кәрәклеген дә иҫәпкә алып, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан икенсеһенә күсереү программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында Башҡортостан 109,6 миллион һум аласаҡ. Был суммаға берлектә финанслау тәртибендә төбәк йәнә 19,4 миллион һум өҫтәйәсәк. Был средстволар авария хәлендәге 17 йорттан кешеләрҙе икенсеһенә күсереү өсөн тотоноласаҡ. Йәшәү шарттарын 357 кеше яҡшырта аласаҡ.

Бынан тыш, 231 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәреүгә һәм авария хәлендәге 54 йорттан кешеләрҙе күсереү өсөн Башҡортостанға Фондтан 1,3 миллиард һум күсереләсәк. Был суммаға республика үҙенән 268,8 миллион һум өҫтәйәсәк. Йәшәү шарттарын 47 791 кеше яҡшыртасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть