Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

«Октябрьский нефтяник» гәзите юғары наградаға лайыҡ булған

Йәмғиәт

«Октябрьский нефтяник» гәзите «Мәғлүмәти хеҙмәттәшлек: власть – йәмғиәт — киң мәғлүмәт саралары» милли конкурсында өсөнсө урын яулаған.

Конкурсты ноябрь аҙағында РФ Федераль Йыйылышының Федераль Советы, Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр конгресы һәм Мәғлүмәт сәйәсәте үҫеше фонды иғлан иткәйне. Унда киң мәғлүмәт саралары менән журналистар ғына түгел, урындағы хакимиәттәрҙән вазифалы кешеләр ҙә, депутаттар ҙа ҡатнашҡан.

Рәсәйҙең 54 төбәгенән йәмғеһе 400 заявка тапшырылған. Һәм бына яңыраҡ Федерация Советында ошондай уҡ исем аҫтында үткән конференцияла конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Конкурста еңгән өсөн диплом «Октябрьский нефтяник» гәзите мөхәррире Елена Коченковаға тапшырылды.

«Октябрьский нефтяник» гәзите -  Башҡортостан исеменән ҡатнашҡан берҙән-бер киң мәғлүмәт сараһы, тип хәбәр итә БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть