8 декабрь, Кесе йома

04 июнь 2010 йыл, 15:21

Иҫке автомобилдәрҙе утилләштереү программаһына ярашлы 7234 таныҡлыҡ бирелде

автор: Любовь Колоколова

Сафтан сыҡҡан һәм утилләштереүгә тапшырылған автотранспорт сараларына алмашҡа яңыларын һатып алыуҙы стимуллаштырыу буйынса эксперимент үткәрә башлағандан алып Башҡортостан территорияһында утилләштереү тураһында 7234 таныҡлыҡ теркәлде. Өс айҙа программа сиктәрендә республикала 2666 яңы автомобиль һатылды, 3945 иҫке автомашина утилләштереүгә ҡабул ителде. Был мәғлүмәттәрҙе БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы килтерә.

Рәсәй сиктәрендә был һандар түбәндәгесә: июнь башына планлаштырылған 200 мең урынына 169000 утилләштереү тураһында таныҡлыҡ бирелгән, 40 меңгә яҡын автомобиль һатылған.

Башҡортостан дилерҙары май айында Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына 64,9 миллион һум суммаға субсидия алыу өсөн һатылған автомобилдәр буйынса отчет ебәрҙе. Программа ғәмәлгә ингәндән алып 22,65 миллион һумға субсидия алынды.

Белгестәр фекеренсә, экперимент тулыһынса үҙен аҡланы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ултырышында премьер Владимир Путин билдәләүенсә, Рәсәй автомобиль сәнәғәтенә ярҙам саралары сиктәрендә иҫке автомобилдәрҙе утилләштереү программаһы буйынса финанслау тағы 10 миллиард һумға арттырыласаҡ.