Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Бөрө лагеры балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе ҡабул итте

Йәмғиәт

Бөрө районында «Виктория» Балалар хәйриә фонды ярҙамында өс йыл буйына реконструкция алып барғандан һуң ҡаланан ситтәге «Соколенок» лагерын асыу тантанаһы үтте. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән “Соколенок” Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙән торған беренсе сменаны ҡабул итте. 85 бала яңы төҙөлгән, бөтә кәрәкле коммуникациялар, заманса мебель һәм сантехника менән йыһазландырылған 5 уңайлы корпуста урынлаштырылды. Лагерҙа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ашхана һәм медицина пункты, спорт майҙансығы төҙөлгән.

Яңы миҙгелдә “Соколенок” бөтә Рәсәйҙән 300-ҙән ашыу бала ҡабул итәсәк. Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр ял итеү генә түгел, “Виктория” фонды һәм Бөрө балалар йорто педагогтары тарафынан әҙерләнгән ҡыҙыҡлы һәм танып белеү программаларында ҡатнаша аласаҡ.

Ата-әсә һөйөүенән мәхрүм балаларға ярҙам фонды – «Виктория» балалар фонды 2004 йылдың ноябрендә төҙөлгән. Был ваҡыт эсендә уның хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһының 45 төбәгенән балаларға һәм ғаиләләргә ярҙам күрһәткән. 2009 йылда 300-ҙән ашыу балалар йортонан 6,5 меңгә яҡын бала Фондтан ярҙам алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть