11 декабрь, Йәкшәмбе

04 июнь 2010 йыл, 13:47

«Салауатбыяла» "Саратовстройстекло" йәмғиәтенең 100 процент акцияһын һатып алған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Саратовстройстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 100 процент акцияһын һатып алған. Был турала "Башинформ" агентлығына Башҡортостан предприятиеһының ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм акциялаштырыу бүлеге начальнигы Игорь Данилов хәбәр итте. Килешеү суммаһы 40 миллион доллар тәшкил иткән, акцияларҙың номиналь хаҡынан был дүрт тапҡырға ҡыйбатыраҡ. Шулай итеп, ағымдағы йылдың 2 июненән "Салауатбыяла"ның Һарытау компанияһының устав капиталындағы өлөшө үҙгәрҙе.

Акциялар һатып алыу Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең килешеүгә ризалығын биргәндән һуң башҡарылған.

Элек «Саратовстройстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Һарытауҙың берләшкән быяла заводтары» компаниялар төркөмөнә ҡарай ине. Компания Рәсәй, шулай уҡ 14 яҡын һәм алыҫ сит ил баҙарында табаҡлы флоат-быяла етештереү һәм һатыуҙа махсуслашҡан. Салауат предприятиеһы илебеҙҙә 18 процент самаһы табаҡлы флоат-быяла етештерә. Сауҙа килешеүенән һуң «Салауатбыяла» үҙенең позицияһын айырыуса нығытасаҡ һәм Рәсәй баҙарының өстән бер өлөшөн контролдә тотасаҡ.  

темалар: сәнәғәт