10 декабрь, Шәмбе

04 июнь 2010 йыл, 13:41

Башҡортостан Рәсәйҙең кредит бирергә һәләтле субъекттары иҫәбендә

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан 2009 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһының кредит бирергә һәләтле төбәктәре рәтендә етенсе урынды биләй. Был турала АК&М Рейтинг агентлығы хәбәр итә.  

Рейтинг бюджеттарҙың үтәлеш һәм иҡтисади үҫеш параметрҙарының сифат күрһәткестәрен агрегатлау нигеҙендә төҙөлә. Ул төбәктәрҙең үҙ бурыс йөкләмәләрен үтәү мөмкинлеген күрһәтә.

Тәүге тапҡыр рейтинг 2001 йылдың октябрендә баҫылып сыҡты – шунан алып йыл һайын төҙөлә. Тикшереүгә РФ субъекттары хакимиәттәре һәм потенциаль инвесторҙар ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Рәсәйҙең мәғлүмәте асыҡ булған 81 субъекты күрһәткестәренә анализ яһалды.

Башҡортостан бынан алдағы рейтингта – 2008 йыл йомғаҡтары буйынса ла етенсе урынды биләгәйне.

Тәүге биш төбәк үҙгәрешһеҙ ҡалды, дөрөҫ, уның эсендә ҡайһы бер субъекттар позицияларын алмашты. Лидерлыҡты элеккесә Мәскәү биләй, уның сағыштырмаса кредит биреү һәләтлелеге кимәле 80.42. Икенсе урынға дүртенсенән Ямал-Ненец автономиялы округы күтәрелде (80.02). Ханты-Манси автономиялы округы икенсе урындан өсөнсөгә төштө (79.84). Төмән өлкәһе, бер баҫҡысҡа түбән төшөп, 2009 йыл йомғаҡтары буйынса дүртенсе урынды алды (79.78). Бишенсе урынды Санкт-Петербург биләне (78.37).

Сахалин өлкәһе, унынсы урындан алтынсы урынға күтәрелеп, үҙ позицияһын һиҙелерлек нығытты (73.52). Башҡортостан 66.90 күрһәткесе менән бынан алдағы йылда биләгән етенсе урында ҡалды. Уның артынан Пермь (65.73) һәм Краснодар (61.88) крайҙары килә. Тәүге ун урынды Ленинград өлкәһе (61.78) тамамлай, быға ул бер йыл эсендә элекке 20-се урынынан күтәрелде.

Рейтингтың һуңғы, 81-се, урынында Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһы. Уның сағыштырмаса кредит биреү һәләтлелеге кимәле 10.00-ға тигеҙ.