Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

I тур йомғаҡтары буйынса «Урал моңо-2010» фавориттары билдәләнде

Йәмғиәт

I конкурс көнө йомғаҡтары буйынса тамашасылар үҙҙәре өсөн төрки йәштәрҙең «Урал моңо-2010» Халыҡ-ара музыкаль ижад фестивале фавориттарын билдәләне. Күпселек фекере буйынса лидерҙар иҫәбенә солистар Юлиана Кривошапкина (Саха (Якутия), Айдамир Сингл (Тыва), Бекзат Оспанов (Ҡаҙағстан), Юнир Һағынбаев һәм «Бельбек» ансамбле (Ҡырым-Украина) инде.

Башҡортостан вәкилдәренән призлы урынға шулай уҡ «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө дәғүә итә, тип иҫәпләй  башҡорт музыка сәнғәтен һөйөүселәр. Улар төркөмдөң 4 июндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк II һайлап алыу турында сығышына ҙур өмөт бағлай.  

Жюри ағзаһы Абай Әмирхановтың (Ҡаҙағстан) һүҙҙәренә ҡарағанда, «Урал моңо-2010»дың икенсе конкурс көнө бик ҡыҙыҡлы булырға оҡшай.

— Конкурсанттарҙың күбеһе ярайһы уҡ көслө һәм яҡшы әҙерлекле. Финалға сығыу өсөн бөгөнгө ижади ярыш көсөргәнешле булды, – тип иҫәпләй Абай Ғәзиз улы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть