9 декабрь, Йома

04 июнь 2010 йыл, 11:25

«Урал моңо-2010» башланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә төрки йәштәрҙең «Урал моңо–2010» Халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале башланды. Уны асыу тантанаһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтте. Ошонда уҡ конкурсанттар өсөн беренсе һайлап алыу туры үткәрелде.

«Урал моңо-2010»да ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләп Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Розалия Биглова сығыш яһаны. Ул барыһына ла ҡыҙыҡлы ижади көрәш, фестиваль көндәрендә яңы тәьҫораттар һәм күтәренке кәйеф теләне.  

— Өфөлә «Урал моңо» халыҡ-ара форумын үткәреү ойоштороусыларҙың тырышлығы, Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы яғынан ҙур иғтибар бирелеү арҡаһында изге традицияға әйләнде. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы быйылдан башлап беҙҙең фестивалде “Рәсәй мәҙәниәте” федераль маҡсатлы программаһына индерҙе, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Розалия Рәсүлйән ҡыҙы.

15 йыл эсендә «Урал моңо» ябай ижади ярыштан туғандаш төрки халыҡтарҙы берләштереүсе ҙур халыҡ-ара проект булып үҫеште, Башҡортостанды асыҡ һәм ҡунаҡсыл республика итеп күрһәтте.  

Быйыл фестивалгә 15 төрки телле илдән һәм Рәсәй төбәктәренән 60-лап вокалсы йыйылды. Улар араһында Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Азербайжан, Ҡырым Автономиялы Республикаһы (Украина), Бурятия, Тыва, Хакасия, Татарстан, Марий Иле, Алтай, Дағстан, Чечня, Якутия, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкесия, Ставрополь крайы вәкилдәре бар.  

Фестиваль саралары республика баш ҡалаһында өс көн барасаҡ. Иртәгә, 4 июндә, «Урал моңо-2010»да ҡатнашыусыларҙы репетициялар һәм икенсе һайлап алыу туры көтә. Уның йомғаҡтары буйынса финалсылар — конкурс программаһы фавориттары билдәләнәсәк.

5 июнь, конкурс-фестивалдең йомғаҡлау көнө, ҡатнашыусылар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә тулҡынландырғыс буласаҡ. Был кистә сираттағы XV «Урал моңо-2010» фестивале еңеүселәренең һәм Гран-при яулаусының исемдәре билдәле буласаҡ.