7 декабрь, Шаршамбы

04 июнь 2010 йыл, 10:53

Азамат Ғәлин: Беҙ республикала тотороҡлолоҡто һаҡларға тейешбеҙ

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

3 апрелдә «Башинформ» агентлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Азамат Ғәлин ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үткәрелде. Ул III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек мәсьәләләренә, уның эш программаһына арналды.

— Халыҡтың көнүҙәк проблемалары тикшерелгән башҡорт йыйындары үткәреү традицияһы мең йыллыҡ тарихҡа эйә, — тип билдәләне Азамат Ғәлин. – Бөгөн дә, халыҡтың үҙ фекерен сағылдырыу формаһы булараҡ, ул үҙ актуаллеген юғалтмаған.

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфөлә 10-11 июндә үтәсәк. Форумдың тәүге көнөндә — 10 июндә – Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Ҡоролтайҙың пленар ултырышы үтәсәк. Кисен Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда мөһим форумға бағышланған митинг-концерт буласаҡ. 11 июндә, көндөң тәүге яртыһында, йәштәр ҡоролтайы һәм секция ултырыштары уҙғарыласаҡ. Бөтәһе ун бер секцияла Ҡоролтай делегаттары конституцион мөнәсәбәттәр һәм федерализм үҫеше, мәғариф, тел, һаулыҡ һаҡлау, демография, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ер менән файҙаланыу, республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың яҙмышы, тарих һәм рухи үҫеш, бөгөнгө йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урыны, матбуғат мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡ. Секцияларҙағы ҡарарҙар көндөң икенсе яртыһында үтәсәк пленар ултырыштың йомғаҡлау өлөшөндә ҡабул ителәсәк резолюцияла сағылыш табасаҡ.

12 июндә делегаттар һәм Ҡоролтай ҡунаҡтары Ишембай районында Торатау итәгендә "Ырыуҙар ташы"н асыу тантанаһында, «Салауат йыйыны» Республика фольклор байрамында ҡатнашасаҡ.

Азамат Ғәлин сығышында билдәләнеүенсә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә ҙур эш башҡарылған. Һуңғы айҙарҙа ғына 14 ғилми-ғәмәли конференция, башҡа төрлө саралар үткәрелгән.

Азамат Ғәлин, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында башҡорт халҡын ғына түгел, төбәктә йәшәгән бөтә халыҡтарҙы борсоған проблемалар тикшереләсәк, тип айырып билдәләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың бөтә милли йәмәғәт берләшмәләре менән үҙ-ара килешеп эшләй.  

— Мәғлүм булыуынса, республикабыҙ тотороҡлолоғо менән айырылып тора, һәм беҙ уны һаҡлау өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, — тине ул. —Беҙгә толерантлы булырға кәрәкмәй, беҙ дуҫ, татыу йәшәргә тейешбеҙ.

Матбуғат конференцияһында Азамат Ғәлин журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һәр һорауға ентекле яуап бирҙе.