11 декабрь, Йәкшәмбе

03 июнь 2010 йыл, 17:27

Владимир Гусев «Критериум Дофине Либере» Про-турында «Катюша» өсөн сығыш яһай

автор: Дмитрий Слезин

6-13 июндә Францияла «Критериум Дофине Либере» Про-турының традицион велоуҙышы үтә.

Рәсәйҙең «Катюша» командаһы вәкилдәре араһында был ярышта «Ағиҙел» велоүҙәге тәрбиәләнеүсеһе Владимир Гусев та сығыш яһаясаҡ.

«Весь спорт» спорт мәғлүмәте агентлығы хәбәр итеүенсә, был миҙгелдә төп старт һаналған «Тур де Франс» алдынан генераль репетицияға әйләнәсәк «Критериум Дофине Либере»ла ҡатнашасаҡ «Катюша»ның составына, шулай уҡ, Егор Силин, Артем Овечкин, Николай Трусов (барыһы ла Рәсәйҙән), Марко Бандиера (Италия), Ласло Бодроги (Венгрия), Стийн Ванденберг, Максим Вантомм (икеһе лә Бельгиянан) ингән.

темалар: велоспорт