7 декабрь, Шаршамбы

03 июнь 2010 йыл, 17:45

Ижевскиҙа «Рәсәй инновацияларына – Рәсәй капиталы» форумы үтә

автор: Любовь Колоколова

Удмуртия баш ҡалаһы Ижевскиҙа «Рәсәй инновацияларына – Рәсәй капиталы» III Рәсәй форумы үтә. Унда БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Роберт Ваһапов һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының биология-технология факультеты деканы профессор Ринат Һаҙыев ҡатнаша.

Сара Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле бойороғона ярашлы үткәрелә. Иҡтисадтың агробиотехнологик секторын үҫтереүгә Рәсәй төбәктәренең инновацион потенциалын йәлеп итеү, дәүләт һәм бизнес мөмкинлектәрен бергә туплау, фәнни технологияларҙы файҙаланыу һәм яңы инновацион проекттарҙы ҡулланыу механизмдарын камиллаштырыу иҫәбенә һөҙөмтәле эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау форумдың төп миссияһы булып тора.  

Форум сиктәрендә VIII бизнес-фәрештәләр һәм инноваторҙар йәрминкәһе — инновациялар өлкәһендә инвестиция талабын һәм тәҡдимен бергә ҡушыу өсөн презентациялар майҙансығы үткәрелә.