10 декабрь, Шәмбе

07 июнь 2010 йыл, 11:18

Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәүҙең хоҡуҡи аспекттары хаҡында шылтыратып белергә мөмкин

автор: Анжелика Ғиззәтуллина

Шишәмбе, 8 июндә, "Версия Башкортостана" гәзитендә 15-17 сәғәттәрҙә сираттағы "ҡыҙыу линия" эшләйәсәк. Күсемһеҙ милекте теркәү һәм уның менән алыш-биреш итеү менән бәйле һәм ошо ведомствоға ҡағылышлы башҡа төрлө һорауҙарға БР буйынса Росреестр Идаралығының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы Сергей Мережников яуап бирәсәк, шулай уҡ Өфөнөң прокурорының өлкән ярҙамсыһы Марина Колпакова башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индерәсәк.

"Версия Башкортостана" гәзитенә бик күп шылтыратыуҙар һәм хаттар килә: республика халҡын хоҡуҡи хәл итеүҙе талап иткән төрлө мәсьәләләр борсой. Гәзит бушлай хеҙмәтләндереү күрһәтә: редакцияға саҡырылған юристар һәм төрлө ведомстволар хеҙмәткәрҙәре граждандарға туранан-тура телефон аша консультация бирә. Был ике сәғәт эсендә бирелгән барлыҡ һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға.

"Ҡыҙыу линия" һәр ваҡыттағыса айҙың һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе көндәрендә үткәрелә. Был көндәрҙә редакцияға 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем (8-347) 272-79-16  телефоны аша шылтыратырға һәм борсоған һорауыңды бирергә мөмкин. Шулай уҡ үҙ һорауыңды гәзиттән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә була – яуап “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.

темалар: хоҡуҡ