9 декабрь, Йома

03 июнь 2010 йыл, 16:52

«Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит!» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә «Индиго» үҙәге «ҡыҙыу линия» ойошторҙо

автор: Эльмира Сабирова

Наркоманияның таралыуына ҡаршы тороу һәм профилактиканың һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында «Индиго» ҡала психолог-медик-социаль оҙатыу үҙәге Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән берлектә «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итәләр, хәбәр ит!» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Халыҡ-ара наркомания менән көрәш көнөнә арналған «ҡыҙыу линия» ойошторҙо.

Шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә эшләүсе (347) 223-22-11 телефон номеры буйынса ҡабул ителә. 30 июнгә тиклем республика халҡы наркотиктар ҡулланыу, етештереү, һаҡлау һәм сауҙа итеү урындары, притондар тураһында һәм башҡа оператив әһәмиәткә эйә мәғлүмәтте еткерә ала. Бар мәғлүмәт наркоконтроль хеҙмәткәрҙәренә тапшырыласаҡ, улар, үҙ сиратында, уны тикшереп, тейешле сараһын күрәсәк.

Ошонда уҡ, әгәр кәрәк булһа, «ИНДИГО» үҙәгендәге “Ышаныс телефоны” тиҙ психологик ярҙам хеҙмәте консультанты ярҙамынан файҙаланырға мөмкин.

темалар: акциялар