9 декабрь, Йома

03 июнь 2010 йыл, 16:33

Белоретта урындағы власть вәкилдәре өсөн семинар үткәрелде

автор: Александр Урцев, Сергей Захаров

Белорет районының муниципаль хеҙмәткәрҙәре өсөн урындағы үҙидараны үҫтереү мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә ойошторолдо.

Унда Белорет ҡалаһы хакимиәте һәм райондың 19 ауыл биләмәһе вәкилдәре ҡатнашты.

Тыңлаусыларҙы ҡала һәм райондың хәҙерге иҡтисади һәм социаль хәле менән таныштырҙылар, «ауыртҡан нөктәләрен» билдәләнеләр.

Семинар сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, унда ауыл биләмәләренең ер-мөлкәт комплексы менән идара итеүҙең һөҙөмтәле ысулдары тураһында һүҙ алып барылды.  

Муниципалитеттар вәкилдәре Әзекәй һәм  Сермән ауыл Советтары биләмәләрендә булды, ундағы ҡайһы бер крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына һәм Сермән ауыл Советының Ҡаҙыш ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан ҡара мәрмәрле эзбиз сығарыу карьерына барҙы.

Бынан тыш, яңы тораҡ пункты – Ағиҙел ауылында беренсе йортҡа нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үткәрелде. Бында йөҙәрләгән торлаҡ йорт һалыу һәм социаль инфраструктураны үҫтереү планлаштырыла.

Тәүге тапҡыр бындай семинар 1997 йылда Абҙаҡ ауылында үткәрелгәйне. Традиция буйынса урындарҙа был яуаплы сараға бик ентекле әҙерләнәләр — ауылдар территорияһын тәртипкә килтерәләр, мөһим социаль объекттарҙы ремонтлайҙар, эш документацияһын нормаға килтерәләр.

Ҡағиҙә булараҡ, семинар-кәңәшмәләр уларҙа ҡатнашыусылар өсөн яҡшы мәктәп булып тора.