3 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2010 йыл, 16:14

Өфөнөң йәмәғәт туҡланыу предприятиелары «Башҡорт милли кухняһы – республика байлығы» фестивалендә ҡатнаша

автор: Любовь Колоколова

Республика Йылы һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Өфөнөң алдынғы йәмәғәт туҡланыу предприятиелары «Башҡорт милли кухняһы – республика байлығы» фестивален үткәрә. Сарала Өфөнөң ете районынан бөтәһе 80-гә яҡын туҡланыу индустрияһы предприятиелары ҡатнаша.  Фестивалдең ойоштороусыһы — БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты.

Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында – төрлө милекселек формаһындағы предприятиелар: дәүләт учреждениелары һәм акционерҙар йәмғиәттәренең ашханалары, кафе, ресторандар, трактирҙар һәм бистро. Иң билдәлеләрҙән «Пышка» компаниялары төркөмө бүлексәләре, шул иҫәптән уның «Башҡорт кухняһы йорто», «Айтон», «Аҡбуҙат», «Шаляпин», «Портофино», «Тропикана», «Сауле» ресторандары, «Сани», «Амбар», «Ёлки-палки» трактирҙары, «Лидо на Пушкина», «Иҫке Өфө», «Ҡариҙел», «Лесное», «Мокко», «Атриум» кафелары, «Гүзәл» ашханаһы, «Шахерезада» һәм башҡалар. Уларҙың күбеһе башҡорт аштарын 1 июндән башлап көн һайын тәҡдим итә. Халыҡ араһында сәк-сәк, ғөбәҙиә, ваҡ бәлеш, туҡмас, бауырһаҡ һәм башҡа продукция ҙур һорау менән файҙалана.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан республиканың бар район һәм ҡалаларында туҡланыу индустрияһы предприятиелары менән башҡорт кухняһы көндәрен, аҙналығын, декадаһын үткәреү планлаштырылған. Башланғыс һәм урта белем биреү учреждениелары, сәнәғәт предприятиелары ашханалары, киң ҡулланылыштағы селтәр объекттары башҡорт аш-һыуының һәм ризыҡтарының киң ассортиментын тәҡдим итәсәк. Сауҙа, йәмәғәт туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары витриналары һәм фасадтарын биҙәүҙә  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми раҫланған эмблемаһы, эске һәм тышҡы тематик реклама ҡулланыла.

Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын юғары квалификациялы оҫталар әҙерләгән башҡорт аш-һыуынан ауыҙ итергә саҡыралар.