11 декабрь, Йәкшәмбе

03 июнь 2010 йыл, 15:41

Болгариянан бизнес-делегация килеүе көтөлә

автор: Эльвира Латипова

Июнь уртаһында Өфөгә Болгария-Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһы делегацияһы эшлекле сәфәр менән килергә йыйына.

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике палатаның Башҡортостан менән Болгария араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән берлектәге эше тураһында килешеү төҙөргә планлаштырыла.

Яҡынса программаға шулай уҡ Болгария фирмаларын презентациялау индерелгән.