10 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2010 йыл, 15:20

Финанс ярҙамы төрҙәре буйынса эшҡыуарҙарҙан заявкалар ҡабул итеү дауам итә

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты быйыл 1 июндән бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарынан һәм эшҡыуарлыҡ инфраструктураһы ойошмаларынан финанс ярҙамы күрһәтеүҙең ике төрө буйынса документтар ҡабул итеүҙе туҡтатты. Был бизнестың башланғыс стадияһында субсидия биреү һәм страховкалау договорҙары буйынса страховка взностарының бер өлөшөн субсидиялаштырыу.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт ярҙамының ҡалған төрҙәре күрһәтелә. Һүҙ бында лизинг түләүҙәренең, күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу буйынса сығымдарҙың һәм энергия менән тәьмин итеү программаларын тормошҡа ашырыу һәм объекттарҙы электр селтәре хужалыҡтарына (100 киловатҡа тиклем) тоташтырыу менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялаштырыу тураһында бара.  

Финанс ярҙамының күрһәтелгән төрҙәре буйынса документтар ҡабул итеүҙе тергеҙеү йәки туҡтатыу тураһында мәғлүмәт өҫтәмә рәүештә БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында һәм «Башҡортостандың бәләкәй бизнесы» сайтында урынлаштырыласаҡ.