8 декабрь, Кесе йома

03 июнь 2010 йыл, 14:01

Башҡортостанда быйыл йәй 1718 мәктәп лагеры үҙ ишектәрен асасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Быйыл йәй Башҡортостанда 1718 мәктәп лагеры асыласаҡ, уларҙа 106 меңдән ашыу бала ял итәсәк. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 1658 көндөҙгө ял үҙәге эшләй ҙә инде, уларҙа 81 мең малай һәм ҡыҙ урынлаштырылған.

Әйтергә кәрәк, үҙ каникулдарын мәктәп лагерҙарында үткәреүсе балалар һаны йылдан-йыл арта. Эшләүсе ата-әсәләр әйтеүенсә, бала көн буйына өлкәндәр ҡарауы аҫтында булһын, дөрөҫ туҡланһын һәм ваҡытын файҙалы итеп үткәрһен өсөн улар балаларын каникул осорона лагерға урынлаштырыуҙы өҫтөн күрә. Етмәһә, ялдың бындай төрөн һәр ғаилә һайлай ала, сөнки уның өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй, ә унда туҡланыу республика бюджеты средстволары иҫәбенә ойошторола.

Ата-әсәләргә балаларҙың буш ваҡытын үткәреү программаһына ғына аҡса бүлергә тура киләсәк. Мәктәп лагерында балаларға тәҡдим ителгән күңел асыу саралары араһында – театр, кинотеатр, музей, боулинг, парктарға походтар һәм башҡалар. Смена барышында балалар өсөн төрлө конкурстар, спорт һәм интеллектуаль уйындар ойошторола.

темалар: йәйге ял