11 декабрь, Йәкшәмбе

03 июнь 2010 йыл, 12:54

Өфөлә тағы бер биҫтә барлыҡҡа киләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Альберт Загиров

2011 йылда баш ҡалала яңы торлаҡ биҫтәһе төҙөлә башлаясаҡ. Баш ҡаланың Дим районы менән йәнәштә ике күл араһындағы хозур урында торлаҡ комплексы барлыҡҡа киләсәк. Буласаҡ төҙөлөш урынын 2 июндә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ҡараны. Проект менән төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин таныштырҙы.

«Кустаревский» исемле яңы микрорайонда 20 мең самаһы кеше йәшәйәсәк. Проектты төҙөүселәрҙең төп идеяларының береһе – булған тәбиғәт потенциалын һаҡлау. Архитектор Дмитрий Винкельман һөйләүенсә, торлаҡ йорттар төҙөгәндә йәшел үҫентеләр тулыһынса һаҡланасаҡ. Төҙөүселәр күлдәрҙе бер ни тиклем ҙурайтып, уларҙы таҙартасаҡ, ә күлдәрҙе киңәйтеүҙән грунт төҙөлөш территорияһына һибеүгә тотоноласаҡ.

Авторҙың уйынса, бейек торлаҡ йорттар микрорайондың уртаһында урынлашасаҡ, ә ситенә табан ҡаттар кәмей барасаҡ. Яңы районда социаль инфраструктура ла уйланылған. Өй туйлаусылар фатирҙан асҡыс менән бергә 7 балалар баҡсаһы һәм 4 мәктәп аласаҡ. Бында үҙенең фитнесс-залы һәм ике спорт комплексы буласаҡ, улар мәғариф учреждениелары менән йәнәш урын аласаҡ. Һуңынан яңы биҫтә ябай йоҡо районы булмаһын өсөн, архитекторҙар бөтә микрорайонды бер күлдән икенсеһенә йәйәүлеләр урамы менән тоташтырырға ҡарар итте. Транспорт хәрәкәте бер яҡлы буласаҡ.

Башҡортостан Президенты проекттың хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Дөйөм алғанда, уйланғанды тормошҡа ашырыуға 28 миллиард һум аҡса кәрәк. Өлөшсөләр средстволары һәм банк кредиттары файҙаланыласаҡ.

Төбәк башлығы яңы микрорайон өсөн инженер селтәрҙәре төҙөү тураһында мәсьәләне лә күтәрҙе. Был территорияға газ үткәрелгән, һыу үткәргесте Дағстан урамынан һаласаҡтар. Электр энергияһы менән «Кустаревский» биҫтәһен Дим подстанцияһы тәьмин итәсәк.

Яңы торлаҡ социаль буласаҡ. Шуның менән бәйле Раил Сарбаев был микрорайонда квадрат метрҙың хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. 3-сө төҙөлөш тресы вәкиле, хаҡтар квадрат метр өсөн 27800 һумдан ашмаясаҡ, тине.

Төп төҙөлөш 2011 йылда башланасаҡ. Һуңғы объекттарҙы төҙөүселәр 2017 йылда тапшырырға планлаштыра.