11 декабрь, Йәкшәмбе

03 июнь 2010 йыл, 11:59

Анапала «Бергә стартҡа баҫабыҙ!» фестивалендә Комзаловтар ғаиләһе ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандан Комзаловтар ғаиләһе X юбилей «Бергә стартҡа баҫабыҙ!» Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнаша. Быйыл ул Краснодар крайының Анапа ҡалаһында үтә.

Уның маҡсаттары — халыҡтың төрлө төркөмдәрен физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, ғаиләләрҙең әүҙем ялын ойоштороу өсөн шарттар булдырыу, сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү.  

Бөгөн башланған ярыштар өс кешенән торған (атай, әсәй һәм бала) ғаилә командалары араһында ике йәш төркөмөндә үткәрелә: кесе – бында баланың йәше биштән ете йәшкә тиклем булырға тейеш, һәм өлкән — 8 йәштән 10 йәшкә тиклем.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Андрей менән Олеся Комзаловтар пары ике йәш категорияһында ла ҡатнаша — улдары Евгений менән — өлкән төркөмдә һәм ҡыҙҙары Светлана менән — кесе төркөмдә.

Ярыштар программаһында еңел атлетика һәм ҡатнаш эстафеталар, йөҙөү, индивидуаль тестар, дартс, фитнес-күнекмәләр планлаштырылған. Бынан тыш, ғаиләләр художестволы үҙешмәкәрлек, ғаилә һәм балалар һүрәттәре конкурстарында, шулай уҡ спорт викторинаһында ла ярышасаҡ.

Призлы урындар яулаған ғаилә командалары дипломдар, грамоталар, кубоктар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк.

Әйткәндәй, 2009 йылда Подольскиҙа ошондай уҡ фестивалдә, Комзаловтар ғаиләһе иң яҡшы тип танылып, чемпиондар титулын яулағайны.