4 декабрь, Йәкшәмбе

03 июнь 2010 йыл, 10:49

«Мирас» фольклор ансамбле Ҡазанда сығыш яһаны

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөнөң «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле Ҡазанда сығыш яһаны. Башҡортостан коллективының концерты 2 июндә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә Ҡазан менән Өфө ҡалалары араһында мәҙәни алмашыу сиктәрендә үткәрелде, тип хәбәр итә «Татар-информ» агентлығы.

Элек, 17 апрелдә, Өфөлә Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә «Ҡазан» бейеү ансамбле һәм Ҡазан ҡала филармонияһы артистарының концерты ҙур уңыш менән үткәйне.

«Мирас» ансамбле 1992 йылдың октябрендә халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы президиумы ҡарары буйынса ойошторолғайны. 2006 йылда ансамбль икенсе һулыш алды һәм муниципаль учреждение — «Мирас» фольклор бейеү ансамбле итеп үҙгәртелде. Коллективтың составы ла яңырҙы.

«Мираҫ» ансамбле бейеүҙәренең хореографияһы үҙенсәлекле. Уға Башҡортостандың бөтә матурлығын һәм байлығын сағылдырыусы милли колорит хас. Ансамбль ойошторолғандан алып 15 йыл эсендә күп кенә халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстар лауреаты булды һәм күп тапҡырҙар Гран-при яуланы, төрлө форумдарҙа ҡатнашып килә.

темалар: концерттар