Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында балалар һабантуйы гөрләне

Йәмғиәт

Өфөлә, Салауат Юлаев исемендәге спорт-һауыҡтырыу комплексы стадионында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған балалар спорт байрамы – һабантуй үтте. Уны "Рәсәй терәге" Башҡортостан төбәк бүлексәһе ҡатнашлығында БР Спорт федерациялары берекмәһе ойошторҙо.

"Башинформ" агентлығына берекмәнең башҡарма директоры Рөстәм Мәғсүмовтың хәбәр итеүенсә, республика һәм ҡала спорт федерацияларының алты командаһы тоҡтарҙа йүгереүҙә, эстафетала, армрестлингта уҙышты, бағанала ултырып, тоҡтар менән һуғышты, күҙҙәрен бәйләп көршәк ярҙы, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе, арҡан тартышты. Шулай уҡ сатраш һәм мини-футбол буйынса турнирҙар үткәрелде. БР Парашют спорты федерацияһы тәрбиәләнеүселәре өсөнсө урын алды, РБ Кудо федерацияһы вәкилдәре икенсе урында, ә беренсе урынды һәм БР Спорт федерациялары берекмәһе Кубогы батырҙары исемен БР Косики каратэ федерацияһы егеттәре яуланы.  

Ошо уҡ мәлдә стадионда Еңеүҙең 65 йыллығына арналған Өфө хәрби-патриотик клубтары спартакиадаһы ла үтте. Клуб курсанттары һабантуй программаһы буйынса ярышты, бынан тыш, йүгереүҙә һәм автоматты йыйып-һүтеүҙә етеҙҙәрҙе билдәләне. "Бронза" "Спартак — Центр" клубына тәтене, "көмөш" —  "Смена" тәрбиәләнеүселәренә, ә "Голубые молнии" клубына — "алтын". Бынан һуң 17 майҙа тамамланған парашют-атлетика күп алышы призерҙары һәм еңеүселәре  тейешле наградаларын алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть