4 декабрь, Йәкшәмбе

03 июнь 2010 йыл, 10:17

«Урал моңо-2010» - дуҫлыҡ һәм ижад өсөн майҙансыҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков

3 июня республика баш ҡалаһында быйылғы йәйҙең иң көтөлгән мәҙәни ваҡиғаларының береһе, төрки йәштәрҙең «Урал моңо-2010» Халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале, башлана. Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә популярлыҡ яулаған ижади форум.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, XV юбилей «Урал моңо-2010» бер нисә ил, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре йәштәренең үҙ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлеге һәм дуҫтарса аралашыуы өсөн ҙур ижади майҙансыҡ булып торасаҡ.

—Беҙҙең фестивалдә ҡатнашасағы тураһында Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Азербайжан, Ҡырым Автономиялы Республикаһы (Украина), Бурятия, Тыва, Хакасия, Татарстан, Марий Иле, Алтай, Дағстан, Чечня, Якутия, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкесия, Ставрополь крайы вәкилдәре теләк белдерҙе. Бөтәһе 60-тан ашыу башҡарыусы һәм ижади коллектив, — тине «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында фестиваль директоры – Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Байрас Ишберҙин.

Ул шулай уҡ, быйыл тәүге тапҡыр «Урал моңо» Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы планына ярашлы «Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үтәсәк, тип билдәләне.

— Ҡунаҡтарыбыҙҙы етди конкурс программаһы, төрлө күңел асыу саралары көтә. Конкурсанттар өсөн ҡала буйлап таныштырыу экскурсияһы, теплоходта йөҙөү ойоштороласаҡ. Былар барыһы ла фестивалдең туғандаш төрки халыҡтар араһында дуҫтарса милләт-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүгә, хәҙерге заман милли музыка ижадын пропагандалауға, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға булышлыҡ итергә тейешле айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, – тине Байрас Вәли улы.

Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директорының һүҙҙәренә ҡарағанда, конкурс программаһының төп саралары 3, 4 июнгә планлаштырылған. Улар Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда (йәрәбә һалыу) һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында (I, II конкурс турҙары) үтәсәк. Фестивалдең  гала-концерты 5 июндә Конгресс-холда үтәсәк. Ошонда уҡ иртә менән «Урал моно-2010» фавориттары менән брифинг үткәреләсәк.

Конкурс-фестиваль жюрийына килгәндә, традиция буйынса уны Башҡортостан Республикаһы вәкиле, композитор Урал Иҙелбаев етәкләй. Шулай уҡ уның составына Өфө сәнғәт училищеһының вокал буйынса педагогы Светлана Слягузова, Ҡырым Автономиялы Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт министры урынбаҫары Исмет Заатов, Дағстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фатима Нурлыбаева, Ҡаҙағстан Республикаһы Ҡустанай дәүләт университетының халыҡ уйын ҡоралдары кафедраһы мөдире Абай Әмирханов, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының халыҡ артисы Музафар Этчеев, композитор Герман Танбаев (Хакасия Республикаһы) һәм башҡалар инә.

Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы, жюри ағзаһы Светлана Слягузова сираттағы фестивалде һәр ваҡыт түҙемһеҙләнеп көтөп алыуын билдәләне.

Өҫтәп шуны ла әйтеп үтәйек, «Урал моңо-2010» XV конкурс-фестивалендә Башҡортостан Республикаһынан башҡарыусылар Гөлнур Ҡарабулатова, Гөлсәсәк Фазлаева, Айҙар Хәмзин, Юнир Һағынбаев, «Карауанһарай» төркөмөнөң йәш составы һәм «Арғымаҡ» төркөмө ҡатнаша.