Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Яуап бирергә теләмәгәне өсөн чиновниктар кеҫәһенән сығарып түләйәсәк

Йәмғиәт

2010 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында РФ Кодексына үҙгәрештәр көсөнә инә. Яңылыҡтарҙың асылы шунда – улар дәүләт хеҙмәткәрҙәрен граждандар мөрәжәғәтенә дөрөҫ һәм тиҙ арала яуап ҡайтарыуҙы талап итә. Халыҡ өсөн мөһим мәғлүмәтте бирергә теләмәгән өсөн чиновникка штраф түләргә тура киләсәк.

Документ граждандар һәм ойошмаларҙың дәүләт органдары һәм муниципалитеттар эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алыуға хоҡуғы боҙолған осраҡта административ яуаплылыҡ индереү өсөн кәрәк. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн дәүләт хеҙмәткәрҙәренә 30 минималь эш хаҡы күләмендә штраф һалынасаҡ.  

Йәнә бер мөһим деталь. Закон проекты буйынса был хоҡуҡ боҙоуҙар судьялар ҡараған эштәр исемелегенә лә, прокурор менән асылған эштәр рәтенә лә индерелгән.

Документ 2010 йылдың 2 июнендәге «Российская газета»ла донъя күргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть