7 декабрь, Шаршамбы

02 июнь 2010 йыл, 17:20

Миловка, Ветошников һәм Романовка территорияларын планлаштырыу буйынса тыңлауҙар

автор: Николай Ермоленко

Өфөнөң Ленин районындағы Миловка һәм Романовка тораҡ пункттары һәм Ленин, Дим райондарындағы Ветошников һәм Романовка тораҡ пункттары араһындағы территорияны планлаштырыу проекты буйынса тыңлауҙар 2010 йылдың 10 июлендә сәғәт 10-да Ленин районы хакимиәтенең Ҙур залында һәм сәғәт 12-лә Дим районының «Огонек» Балалар һәм үҫмерҙәр ижады йортонда үткәреләсәк. Өфө ҡала Советы депутаттары үҙҙәренең 26-сы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте.

Проекттар буйынса материалдар менән танышыу шул уҡ биналарҙа, ял һәм байрам көндәренән тыш, 3 июндән 9 июлгә тиклем сәғәт 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем ойошторола. Проекттар «Вечерняя Уфа» гәзитендә баҫылып сыҡҡандан һуң бер ай буйына улар буйынса граждандарҙың яҙма тәҡдимдәре ҡала округы Советында (Өфө, Октябрь проспекты, 120) ҡабул ителә.