8 декабрь, Кесе йома

02 июнь 2010 йыл, 17:03

"Өфө" аэропортында хәҙер рейсҡа үҙ аллы теркәлеү үтергә мөмкин

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында пассажирҙарға үҙ аллы теркәлеү мөмкинлеге булдырылды. Яңы хеҙмәт менән  электрон билеттар буйынса осорға тейешле һәм үҙ аллы теркәлеү үтергә теләгән «Трансаэро» авиакомпанияһы пассажирҙары файҙалана ала.  

Хәҙер пассажирҙар самолет салонында урынды үҙҙәре һайлай, ултырыу талонын асып, ултыртыу урынына үтә ала. Пассажирҙың багажы булған осраҡта, уны теркәлеү урынында сиратһыҙ тапшырырға мөмкин.

Әйтергә кәрәк, донъяның ҙур аэропорттарында пассажирҙарҙың өстән бер өлөшө үҙ аллы теркәлеү үтә. Өфө авиасәйәхәтселәре элек рейсҡа теркәлеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән хеҙмәттән мәхрүм ине.

«Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙ аллы теркәлеү киоскыһы эске авиалиниялар терминалында, залдың үҙәгендә, белешмә бюроһы менән 2-се теркәлеү урыны араһында урынлаштырылған. Үҙ аллы теркәлеү хеҙмәтенән файҙаланыуы ауыр түгел. Ҡыйынһынған осраҡта пассажир авиакомпания вәкилдәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.