3 декабрь, Шәмбе

03 июнь 2010 йыл, 8:09

Бөгөн «Ҡашҡаҙан» паркында балалар һабантуйы

автор: Эльмира Сабирова

«Ҡашҡаҙан»  мәҙәниәт һәм ял паркында кесаҙна, 3 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған балалар һабантуйы үтә.

Уйын һәм конкурстар менән бай программа әҙерләнгән: баларға таҫыллығын, отҡорлоғон, зиһенен күрһәтер өсөн тоҡтарҙа йүгереү, эстафета, дартс, көршәктәр ярыу, асфальтта һүрәт төшөрөү һәм башҡа төрлө ярыштар үткәреү ҡаралған. Иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы татлы һый, уйынсыҡтар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Байрам көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

темалар: анонс