4 декабрь, Йәкшәмбе

02 июнь 2010 йыл, 16:38

Комсомол тарихы тураһында иң яҡшы материалға конкурс

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ журналистар араһында республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт сараларында комсомол тарихы тураһында иң яҡшы материалға конкурста ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә.

Уның төп маҡсаттары һәм бурыстары — республиканың йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең барлыҡҡа килеү тарихына журналистарҙың иғтибарын йәлеп итеү, киң мәғлүмәт сараларында берләшмәләрҙең эшмәкәрлеген яҡтыртыу, йәш талантлы журналистарҙы асыҡлау һәм яҡлау, Башҡортостандың йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең барлыҡҡа килеү тарихы тураһында халыҡтың хәбәрҙарлығын арттырыу.  

Конкурста йыл буйына комсомол тарихы темаһын әүҙем яҡтыртҡан штаттағы, шулай уҡ штаттан тыш журналистар ҙа ҡатнаша ала. Материалдар гәзит мәҡәләһенән башлап очеркка тиклем төрлө жанрҙағы булыуы мөмкин.

Заявкалар һәм материалдар 2010 йылдың 30 декабренә тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45-се йорт, 413а кабинет (Матбуғат нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ) адресы буйынса ҡабул ителә. Телефондар: 273-51-37, 251-16-32.

темалар: конкурстар