7 декабрь, Шаршамбы

02 июнь 2010 йыл, 16:02

Башҡортостан рәссамдарының Скульптура симпозиумы эшен дауам итә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан рәссамдарының Скульптуралар симпозиумы Өфөлә эшен дауам итә. Унда Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хабибрахманов, РФ Рәссамдар союзы ағзалары Фирдант Нуриәхмәтов, Владимир Лобанов, Радик Хөсәйенов, Рөстәм Хәсәнов, Юрий Солдатов, Мәүлитбай Хәлилов, Виталий Николаев, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары скульпторҙар Хәлит Ғәлиулин һәм Артем Никулочкин ҡатнаша.

Аҡмулла исемендәге Өфө дәүләт педагогия университетының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Гөлнур Миңлеғолова хәбәр итеүенсә, күренекле рәссамдар коллективы башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдырыусы ун скульптура композицияһын төҙөү өҫтөндә эшләй.

Скульптуралар педуниверситеттың уҡыу корпустарының эске ихатаһында урынлашҡан “Айгөл иле” йәйге студияһының бер өлөшө булараҡ асыҡ һауа аҫтында урынлаштырыласаҡ. Уларҙы презентациялау III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы секцияларының береһенең эш программаһына инә.