6 декабрь, Шишәмбе

02 июнь 2010 йыл, 15:20

Юғары сифат өсөн – президент премиялары

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Республика Йортонда продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты Премияларына дәғүә итеүгә конкурс еңеүселәрен наградлау үткәрелде. Бөтәһе 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Наградалар 23 иң яҡшы ойошмаға тапшырылды.

Ун ойошма юғары баһаға лайыҡ булды һәм улар Сифат кубогы һәм беренсе дәрәжә дипломдар алды. Улар иҫәбендә — «ОЗНА», «Өфөнефтехим», «Красный пролетарий», Учалы һәм Буребай тау-байыҡтырыу комбинаттары, «Востокнефтезаводмонтаж», «Уралтехнострой» Корпорацияһы, «Буринтех» кеүек ҙур предприятиелар. Конкурс еңеүселәре араһында ике һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ла бар: БР Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты һәм Республика кардиология диспансеры.

Республика Президенты Премияһына лайыҡ булған һәр предприятие үҙ йүнәлешендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Улар өсөн сифат менеджментының һөҙөмтәле ысулдарын индереү – уңыштың мөһим өлөшө.

Конкурс комиссияһы ҡарары менән икенсе дәрәжә дипломдар алты ҡатнашыусыға, шул иҫәптән Нефтекама автозаводына, Күмертау авиация производство предприятиеһына,   «Полиэф» һәм «Синтез-Каучук» компанияларына бирелде. Медицина хеҙмәтләндереүҙәре өлкәһенән был категорияла – Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, мәғарифтан – Өфө дәүләт нефть техник университеты.

Ете ойошма конкурс йомғаҡтары буйынса өсөнсө дәрәжә дипломанттар булды. Улар «Восток» Өфө икмәк бешереү берекмәһе, «НефтеГазВзрывПромСтрой» тресы, Сибай элеваторы, «Башгипронефтехим» предприятиеһы, шулай уҡ 8-се Өфө Ҡала клиник дауаханаһы, Туймазы районының Үҙәк район дауаханаһы һәм бер мәғариф учреждениеһы – Салауат педагогия колледжы.

Быйылғы конкурста еңеүсе предприятиеларға хас уртаҡ һыҙаттар байтаҡ. Улар төрлө тармаҡтан, ләкин сиафт менән идара итеү өлкәһендә алдынғы Рәсәй һәм сит ил тәжрибәһен киң файҙалана. Конкурс комиссияһы тарафынан билдәләнгән 14 предприятиела 9000-се серия халыҡ-ара ИСО стандарттарына тап килеүгә сертификацияланған сифат менеджменты системаһы ғәмәлдә. Йомғаҡ яһағанда был фактор, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнаны.

2002 йылдан башлап 40 предприятие Башҡортостан Республикаһы Президенты Премияһы лауреаттары булды, уларҙың ҡайһы берҙәре бер нисә тапҡыр еңеп сыҡты.