8 декабрь, Кесе йома

02 июнь 2010 йыл, 14:36

«Алтын тараҡ-2010» конкурсы башланды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында «Алтын тараҡ-2010» парикмахерҙар һәм декоратив оҫталыҡ конкурсы асылды. Уны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Өфө хакимиәте ойошторҙо. Конкурс биш йүнәлеште индерә, уларҙа ҡала бөҙрәханалары, тырнаҡ сервисы оҫталары, парикмахерҙар, визажистар һәм косметологтар араһында иң яҡшылар билдәләнәсәк.

— Башҡортостан Рәсәйҙә көнкүреш хеҙмәтләндереүен үҫтереү буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй, – тине был сараны асыу тантанаһында БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин. – Унынсы тапҡырына үткәрелгән был бәйге тармаҡтың һуңғы ҡаҙаныштарын күрһәтеп кенә ҡалмай, шулай уҡ яңы таланттарҙы асырға ярҙам итә, профессиональ оҫталыҡты камиллаштырыуға булышлыҡ итә.

Асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Һуңғы ун йылда конкурс һәм күргәҙмә иң абруйлы һәм сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әүерелде, ул хеҙмәтләндереү өлкәһе белгестәре һәм ябай ҡулланыусы даирәләрендә популярлыҡ яулай бара. «Алтын тараҡ» — матурлыҡ индустрияһы белгестәренең профессиональ аралашыуы һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ул.

Өс көнгә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайы матурлыҡ индустрияһы подиумына әйләнәсәк. Сәхнәлә конкурс эштәре дефилеһы, презентациялар һәм мастер-кластар, шулай уҡ “матур” бизнес кешеләре менән интервьюлар – быларҙың барыһын да күргәҙмә һәм конкурс эштәре барышында күҙәтергә мөмкин буласаҡ.

Конкурс 4 июндә 17 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында гала-концерт менән тамамланасаҡ.

темалар: конкурстар