10 декабрь, Шәмбе

02 июнь 2010 йыл, 10:13

“Өфө” аэропорты “БДБ илдәрендә йылдың иң яҡшы аэропорты” бәйгеһендә еңеп сыҡты

автор: Любовь Колоколова

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты “БДБ илдәрендә йылдың иң яҡшы аэропорты” бәйгеһенең “Әүҙемлек һәм маҡсатлылыҡ өсөн” номинацияһында (йылына бер миллиондан ашыу пассажир ташыу һәләтенә эйә аэропорттар категорияһында) еңеп сыҡҡан.

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең социаль мәсьәләләр, хеҙмәткәрҙәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса директоры Ирек Юнысовҡа кубок һәм “Аэропорт” граждандар авиацияһы ассоциацияһының маҡтау грамотаһы тапшырылған. Бәйгелә бөтәһе 23 номинант ҡатнашҡан, улар иҫәбенән Рәсәйҙән – 16, Үзбәкстандан – өс, Ҡаҙағстандан – ике, Белоруссия менән Молдованан – берәр авиапредприятие. Еңеүселәр йәшерен тауыш биреү юлы менән асыҡланған.