10 декабрь, Шәмбе

02 июнь 2010 йыл, 12:26

Раил Сарбаев Өфөнөң балалар баҡсаларын үҫтереү программаһын әҙерләргә ҡушты

автор: Тимур Ғәлиев

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев баш ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаевҡа балалар баҡсаларында урындар етешмәүен бөтөрөү буйынса махсус программа әҙерләргә ҡушты.  

Баш ҡалала бөгөн ҡала мәғарифы системаһында 228 мәктәпкәсә учреждение иҫәпләнә, улар иҫәбендә — 221 балалар баҡсаһы һәм 7 башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, унда 39 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә.

2005 йылдан Өфөлә 17 балалар баҡсаһы индерелгән. Уларҙан 12-һе – элек икенсе ойошма итеп үҙгәртелгән балалар баҡсаларынан ғәмәлдәге селтәргә ҡайтарылған, ә 5-һе – яңынан төҙөлгән.

— Балалар баҡсаларынын балалар менән тәьмин ителеше 130-140 процент тәшкил итә, — тине Премьер-министр Раил Сарбаев, — һәм балаһын мәктәпкәсә учреждениеға урынлаштырыу – күп ата-әсәләр өсөн ысынлап та ҙур проблема. Ҡайһы берәүҙәр бала тыуыу менән сиратҡа баҫа.  

Өфөлә мәктәпкәсә балалар учреждениеһына ҡабул итеүгә сират 2010 йылдың 1 ғинуарына 17269 кеше тәшкил итте. Павел Качкаев әйтеүенсә, был «миҙгелле» һан һәм ул көҙгә яртыһынан ашыуға кәмейәсәк. Ләкин шулай кәмегән хәлдә лә проблема үҙенең көнүҙәклеген юғалтмай.

— Раил Салих улы оҙайлы ваҡытҡа махсус программа әҙерләргә ҡушты, — ти Өфө хакимиәте башлығы, — һәм ул Хөкүмәт ултырыштарының береһендә тикшереүгә ҡуйыласаҡ.  

Премьер-министр, йылына бер мәктәпкәсә учреждение индереү менән проблеманы хәл итеп булмаясаҡ, комплекслы программа кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

темалар: социаль яҡлау