11 декабрь, Йәкшәмбе

02 июнь 2010 йыл, 12:12

3 июндә "Йәш спецназсы" лагерының беренсе йәйге сменаһы асыла

автор: Юлай Мәғсүмов

3 июндә Октябрьскийҙа «Йәш спецназсы» хәрби-патриотик лагеры асыла.

50-нән ашыу балалар һәм үҫмерҙәр ун көн дауамында йәш яугир курсын үткән арала ялан шарттарында һуғыш алып барыу һәм ҡул һуғышы нигеҙҙәренә, атырға, кәртәләр ҡуйылған юлдан йүгерергә өйрәнәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылдың йәйге осоронда республиканың төрлө район һәм ҡалаларында наркоконтроль етәкселегендә «Йәш спецназсы» лагерының 40-тан ашыу сменаһын ойоштороу планлаштырыла.

темалар: спорт, балалар