11 декабрь, Йәкшәмбе

02 июнь 2010 йыл, 11:58

«Балаларға шатлыҡ бүләк ит!» хәйриә акцияһы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәш ғалимдар советы һәм VIA ЧАППА төркөмө менән бергә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө сиктәрендә Өфөнөң Орджоникидзе районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре өсөн «Балаларға шатлыҡ бүләк ит!» хәйриә акцияһын үткәрҙе. Акция беренсе йыл ғына үткәрелмәй, һәм балалар был байрамды көтөп ала.

Быйыл ойоштороусылар балаларға спорт инвентары, уйынсыҡтар, өҫ кейемдәре һәм китаптар бүләк итте. ӨДНТУ-ның Йәш ғалимдар советы сентябрҙә приют тирәләй ағастар ултыртырға вәғәҙә итте. Өлкәндәр балаларға «республиканың йәш ғалимдары» кеүек сәләмәт, намыҫлы, аҡыллы булыуҙарын теләп, университет лабораториялары буйлап экскурсия үткәрҙе.

Акция сиктәрендә ӨДНТУ-ның йыйылыштар залында «Фән һәм кино» фестивале ойошторолдо. Саҡырылған балаларға һәм вуз студенттарына «Һөйәнтөҙ» тарихи фильмы премьераһы күрһәтелде. Йәш быуынға яҡташыбыҙ – билдәле режиссер Рияз Исхаковтың ижады бик оҡшаны.  

Байрам аҙағында бөтә ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм кәйефтәрен күтәреү өсөн сағыу шарҙар тапшырылды.  

темалар: хәйриә