Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәте инспекторҙарын һынаны

Йәмғиәт

Кисә Бөрйән районының Шүлгәнташ мәмерйәһе алдында «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы кубогына Башҡортостан Республикаһында айырым һаҡланған территорияларҙың оператив төркөмө дәүләт инспекторҙарының уҡыу-күнекмә семинары үтте. Был сара Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә арналды. Биләмәләрҙе һаҡлау буйынса инспекторҙар составын әҙерләү кимәлен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу, башҡаларҙың эшләү алымдарын үҙләштереү уның төп маҡсаты ине.  

Балыҡ тотоуҙа ярыш, башҡа төрлө спорт ярыштары “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексы территорияһында, “Алтын солоҡ” заказнигында Йылҡысыҡҡан күле янында үтте.

Уҡыу-күнекмә семинары эшендә БР буйынса Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү Идаралығы белгестәре, Башҡортостан Республикаһындағы федераль айырым һаҡланған территориялар директорҙары,  «Шүлгәнташ», «Башҡорт», «Көньяҡ Урал» ҡурсаулыҡтары һәм «Башҡортостан» милли паркының оператив төркөмдәренән дәүләт инспекторҙары һәм территорияны һаҡлау буйынса директор урынбаҫарҙары ҡатнашты. Семинар сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға, һөнәри оҫталыҡты арттырыуға булышлыҡ итә, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Семинар нигеҙендә Шүлгән мәмерйәһендә яңыраҡ ҡуйылған һаҡ һәм күҙәтеү системаһы презентацияһа ла үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть