8 декабрь, Кесе йома

02 июнь 2010 йыл, 11:34

Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башлана

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүгә тотона. Яҙ дым етешмәү сәбәпле, БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре ауыл эшсәндәренә әле үк сабыуға төшөргә кәңәш итә. Ҡайһы бер райондарҙа галега үләнен сабыуға төштөләр ҙә инде.

Мал аҙығы әҙерләүселәр, уҙған ямғырҙар күп йыллыҡ үләндәрҙең күтәрелеүенә булышлыҡ итер, тип ышана. Икенсе тапҡыр сабыуға уңыш та мул буласаҡ. Мәләүез районы эшсәндәре мал аҙығы йыйыу техникаһын яланға алып сыҡты ла инде. Был район ҡоролоҡтан айырыуса нығыраҡ зыян күрҙе. Райондың ауыл хужалығы идаралығында әйтеүҙәренсә, Салауат исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативында ужым арышынан сенаж һала башланылар.

Благовещен районы ауыл хужалығы предприятиелары ла сабыуға төшөргә планлаштыра. Бында ла үләндәр дым етмәүҙән зыян күрҙе, ҡайһы бер урындарҙа ҡуҙаҡлы культураларҙы ҡырау һуҡты. Райондың агрономия хеҙмәте белгестәре, һәр гектарҙан 75-80 центнер йәшел масса йыйып алыныр, тип баһалай. Былтыр уңыш 140 центнерҙан кәм булмағайны.

Хәҙерге ваҡытта үләндең үҫеше төрлө хужалыҡтарҙа төрлөсә. Ямғырҙар яҡшы яуып үткән урындарҙа тәүге сабыу мул булырға оҡшай. Ҡышҡылыҡҡа малдарҙы аҙыҡ менән етерлек тәьмин итеү өсөн һәр шартлы мал башына кәмендә 32,5 центнер тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы әҙерләргә кәрәк.